0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 16:28

Конституцияға үҙгәрештәр буйынса фекерҙәр йыйыла

Президенттың Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимендә кешеләрҙең фекере хәл иткес буласаҡ. Дәүләт башлығының әйтеүенсә, халыҡтың фекеренән сығып дөйөм ҡарар ҡабул ителәсәк.

Президенттың Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимендә кешеләрҙең фекере хәл иткес буласаҡ. Дәүләт башлығының әйтеүенсә, халыҡтың фекеренән сығып дөйөм ҡарар ҡабул ителәсәк.
“Конституцияға үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү-итмәүҙә ил граждандарының хәл иткес фекере һуңғы инстанция буласаҡ”, - тигәйне ул йәмәғәтселек менән осрашыуында.
Мәғлүм булыуынса, ошоға тиклем илдең төп законындағы үҙгәрештәр төрлө дәүләт структураларында, кешеләр араһында асыҡ йыйылыш форматында тикшерелде. Йәмәғәт фекере йыйылды. Әлеге үҙҡурсаланыу шарттарында ундай мөмкинлектәр юҡ, әммә граждандарҙың тәҡдименә ҡолаҡ һалыу, фекерҙәр туплау эше дауам итә.
Конституцияға индерелгән өҫтәлмәләр араһында ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар, күп балалыҡҡа өҫтөнлөк биреү, йәш быуынды тәрбиәләү һәр дәүләттең бурысы тигән пункттар айырыуса хупланды. Эксперттар әйтеүенсә, Конституцияла ҡаралған социаль пакеттарҙың барыһы ла ғаилә институтын һаҡлауға ҡоролған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: