+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 18:40

Күҙҙең яуын алырлыҡ

#домаяҡшыраҡБашҡорт халҡының кейемдәре күп төрлө. Уны башлыса кешенең йәшәү урыны ла билдәләгән.Республиканың көньяғында йәшәүсе, көнбайыш, көнсығыш башҡорттарының кейеме, йә булмаһа Ҡурған башҡорттары ошолай кейенгән, тибеҙ.

#домаяҡшыраҡ
Башҡорт халҡының кейемдәре күп төрлө. Уны башлыса кешенең йәшәү урыны ла билдәләгән.Республиканың көньяғында йәшәүсе, көнбайыш, көнсығыш башҡорттарының кейеме, йә булмаһа Ҡурған башҡорттары ошолай кейенгән, тибеҙ.
Башлыса, халҡыбыҙҙың кейемдәре кейеҙ, киндер, тәбиғи туҡыманан тегелгән, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы төрлө сигеү-нағышлау элементтарына бай булған, биҙәүестәр ҡулланылған. Улар тәңкәләр, матур аҡыҡтар һәм башҡа ҡыйбатлы таштар менән биҙәлгән.
Иглин райнының Турбаслы ауылында йәшәүсе Ғәбиҙә Вәлиева - Ҡурған башҡорто. Бынан һигеҙ йыл элек Башҡортостанға күсеп ҡайтып ошонда төпләнгән. Бөгөн ул Ҡурғанда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең кейем өлгөләрен пропагандалау буйынса бик ҙур эш башҡара. Ғәбиҙә Ғибаҙулла ҡыҙы “Селтәр” түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Ә уның эшләгән әйберҙәре, ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ. Нағышлап сигелгән күлдәктәр, яҫтыҡ тыштары, япмалар,ашъяулыҡтар,алъяпҡыстар - уларҙың һәр береһенә хужабикәнең алтын ҡулдары ҡағылған.
-Әсәйем Хәйербаныу бик оҫта булды. Ғөмүмән, Ҡурған яғында барыһы ла ошо эшкә бирелгән. Бына ейәнсуралар нисек шәл бәйләй, беҙ ҙә шулай сигеүгә оҫтабыҙ, - ти апайыбыҙ. – Сафакүль районы Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылында шулай бер нисә ғаилә булды. Мин дә апайым Йәмилә менән иҫ белгәндән ошо эш менән мәшғүл инек. Кешеләр беҙҙән ашъяулыҡтар, алъяпҡыстар, күлдәктәр тектереп ала ине. Мин Ҡурған әбейҙәренең магазин күлдәге йә кофта кейеп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Унда барыһы ла ошолай тегелгән кейемгә өҫтөнлөк бирә.
-Ә Ҡурған башҡорттарының кейем үҙенсәлеге нимәлә?
-Беҙҙә мотлаҡ ҡыҙыл ҡушъяулыҡ булған. Француз яулығы, тибеҙ. Әбейҙәр камзул кейгән. Тоҡом күлдәктәре, тип йөрөтәбеҙ сигелгән кейемдәрҙе. Туҡыма мотлаҡ тәбиғи материалдан. Сигеү өсөн нағыш өлгөләре лә төрлөсә. Бына мин әле күлдәк тегеп ултырам, уның өлгөһө бала ваҡыттан иҫемдә ҡалған.
-һатыу өсөн эшләйһегеҙме?
-Башҡортостанда заказдар аҙ. Ҡурғанда кеше ошоноң менән кәсеп тә итә, ҡулланыу өсөн һатып ала торғайны. Хатта заказдарҙы тегергә ҡул етмәй китә торғайны. Әле минең унда йәшәгән ҡыҙ туғандарым тик шуның менән кәсеп итә. Ҡурғандарҙың тегелгән, сигелгән әйберҙәре ныҡ популяр.
Беҙҙә элмәле сигеү киң таралған. Йәғни эсен тултырмай эшләйбеҙ. Балаҡатайҙар тултырып эшләй, беҙ юҡ.
Бына шулай, илдә нисәмә мең халыҡ йәшәй, шуныса үҙенсәлекле кейемдәр бар. Милли костюмдарҙың барыһы ла халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен, йәшәгән урынын, хатта ауыҙ-тел ижадын, фольклорын, кәсебен дә сағылдыра шул.
Ғәбиҙә Вәлиеваның эштәре тураһында уның ейәнсәре видео ла төшөргән. Уны ошонда ҡарарға була.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: