Президент Владимир Путин 6,5 процент менән ипотека биреү программаһын ғәмәлгә индереү тураһында тәҡдим яһаны. Махсус ипотека кредиты буйынса торлаҡты яңы төҙөлөп ятҡан йорттарҙан ғына алырға мөмкин буласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6,5 млрд. һум дәүләт ярҙамы талап ителә. Ипотеканы был шарттар менән тик 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем генә алып була.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин белдереүенсә, программа иҡтисади көрсөк шарттарында торлаҡ төҙөлөшөнә 350 млрд. һум финанс һалыуҙар йәлеп итеү мөмкинлеген бирә.