Киң мәғлүмәт саралары, 15 апрелдә ветерандар ойошмалары Президентҡа парадты күсереү тураһында мөрәжәғәт итте, тип яҙғайны. Ветерандарҙың фекеренсә, сараны үткәргән ваҡытта ҡатнашыусыларҙың һаулығына янаған хәүефте кисектереү мөмкин түгел. Тәҡдимдә, эпидемиологик хәл тотороҡланғас, парад ысынлап та тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тантанаһы булараҡ үтһен, тиелә.