+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:55

Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева Рәхмәт хаты алды

“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның хеҙмәте Рәсәй кимәлендә билдәләнде. 2019 йылда журналистар өсөн үткәрелгән “Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге” Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса ул Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

“Әсәлек изгелеге” Бөтә Рәсәй программаһының попечителдәр советы рәйесе, Андрей Первозданный Советы ағзаһы Наталья Якунина ҡул ҡуйған хатта: “Ғаилә мәнфәғәтендә алып барылған мәғлүмәт сәйәсәтен үткәреүҙә, ғаилә ҡиммәттәрен алға этәреүҙә һәм социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн”, - тип әйтелә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: ғаилә өсөн сыҡҡан баҫмаһы булараҡ, “Башҡортостан ҡыҙы" журналы был конкурста йыл һайын ҡатнаша.
Читайте нас: