Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус менән ауырыусылар арта. Республикала улар һаны бөгөн 191-гә еткән – тәүлек эсендә COVID-19 диагнозы йәнә 42 кешелә раҫланған.
Барлығы туғыҙ кеше, сирҙән арынып, дауахананан сыҡҡан. Унан вафат булыусылар - алтау...
Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороусылар 28 меңгә яҡынлашып килә, Ер йөҙөндә – 2 миллиондан ашып киткән.
Мәкерле вирус бирешергә теләмәй. Уға ҡаршы әле иң һөҙөмтәле алым үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе ҡурсалап, өйҙә ултырыу икәнен онотмайыҡ!