Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙҡурсаланыу көндәрен майға тиклем оҙайтты. Был хаҡта ул республика хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерҙе.
“Беҙ бөгөн мөһим ҡарарҙар ҡабул иттек. Район башлыҡтары оҙайлы үҙизоляция режимына әҙерләнегеҙ һәм халыҡты әҙерләгеҙ. Апрель-май айҙарында беҙ ошо шарттарҙа эшләйәсәкбеҙ.Үҙҡурсаланыу режимы йәй айҙарына күсмәһен, тип теләйек”, - тине ул.
Мәғлүм булыуынса, республика башлығының үҙҡурсаланыу көндәре хаҡындағы указы март аҙағында үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, тормошто тәьмин итеүсе ойошмаларҙан тыш, барыһы ла режим бөткәнсе изоляция шарттарында ҡала.
Өйҙән сығыу бер нисә осраҡта ғына мөмкин. Дарыуханаға, аҙыҡ-түлеккә барыу, өй хайуандарын урамға алып сығыу, сүп-сар сығарыу, кәрәк саҡта эш урынына барып кире ҡайтыу рөхсәт ителә.
6 апрелдән, теркәү үткәндән һуң, шәхси автомобилдә йөрөргә мөмкин.