Башҡортостанда 2020 йылға урман фонды биләмәләрен һауанан күҙәтеү өсөн һигеҙ маршрут раҫланған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 4600 саҡрымдан ашыу, тип белдерәләр БР Урман хужалығы министрлығында.
Авиапатруль маршруттары урманда янғын сығыуға, шулай уҡ һауа торошона ҡарап үҙгәреүе лә мөмкин.
Хәүефле миҙгел башланыр алдынан БР Урман хужалығы министрлығы республиканың Урман янғыны үҙәге менән берлектә республика урман фонды биләмәһен быйылғы йылда тәүге тапҡыр осоп әйләнеп сыҡҡан. Осош Өфө – Инйәр – Белорет – Учалы маршруты буйынса үткән. Республика урман янғыны үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов белдереүенсә, тәүге авиапатруль мәлендә янғындар табылмаған.
Авиапатруль “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Авиация юлы менән күҙәтеү һөҙөмтәһендә урманда сыҡҡан янғындар тиҙ арала табыла, уларҙың урыны һәм таралыу йүнәлеше билдәләнә, янғын һүндереүселәрҙе, техниканы ҡайһы яҡтан индереү мәсьәләләре хәл ителә.
Һауанан күҙәтеү мәлендә урманда ғына түгел, башҡа категориялы ерҙәрҙә лә сыҡҡан янғындар күренә. Һөҙөмтәлә хәүефтең ауыл еренә күсеүе иҫкәртелә.
Урман янғындарын йә башҡа закон боҙоу осрағын күрһәгеҙ, 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса БР Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә йә 8-800-100-94-00 һандары буйынса Урман һағының берҙәм федераль телефонына шылтыратып хәбәр итә алаһығыҙ.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.