+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 08:20

Һәр хеҙмәткәргә 12 130 һум иҫәбенән ярҙам

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Хөкүмәт менән ситтән тороп кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәрбитенә сығарылған мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙе башлар алдынан ул COVID-19 коронавирусы таралыуға бәйле эшҡыуарлыҡ өлкәһенә һәм төбәктәргә өҫтәмә ярҙам саралары индерелеүе тураһында иғлан итте.

Бына улар:
- коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле зыян күргән тармаҡтар исемлегенә аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар һатыусы сауҙа ойошмаларын да индерергә;
- бәләкәй һәм урта предприятиеларға кире ҡайтарып бирелмәй торған аҡсалата дәүләт ярҙамы күрһәтергә. Уны башҡа сығымдарҙан тыш, апрель – май айҙарында эш хаҡы түләү өсөн дә тотонорға мөмкин;
- эш хаҡы түләү өсөн алған кредиттарҙың 78 процентына Тышҡы иҡтисад банкы (ВЭБ) гарантияһы бирергә;
- бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларына һәр хеҙмәткәргә 12 130 һум иҫәбенән кире ҡайтарылмай торған тура ярҙам бүлергә. Берҙән-бер шарт – эш урындарының 90 проценты һаҡланырға тейеш;
- һауа бәйләнештәре компанияларына (авикомпаниялар) ярҙам йөҙөнән 23 млрд. һум бүлергә;
- төбәк бюджеттары тотороҡлоғон тәмьин итеү өсөн урындарға 200 млрд. һум аҡса бүлергә һәм башҡалар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: