+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 16:34

Коронавирустың тағы бер билдәһе

Италия һәм Испания табиптары коронавирустың тағы бер билдәһен асыҡлай. “Аяҡҡа ҡыҙарып, тимгелләнеп тап сығыу сирҙең бер сағылышы булыуы мөмкин”, – ти улар.

Италия һәм Испания табиптары коронавирустың тағы бер билдәһен асыҡлай. “Аяҡҡа ҡыҙарып, тимгелләнеп тап сығыу сирҙең бер сағылышы булыуы мөмкин”, – ти улар.
“Италияла коронавирус йоҡторған һәр бишенсе кешенең тәнендә, йышыраҡ аяҡ бармаҡтарында шундай сабыртма бар”, – тип һөйләй табиптар. Улар сәсәк йәки ҡыҙамыҡ сире тимгелдәрен хәтерләтә һәм эҙ ҡалдырмай ғына уңала икән.
“Әле, коронавирус таралған ваҡытта, тән сабырта икән, ҡул һелтәп ҡарамағыҙ, ҡурсаланып, өйҙә генә ултырығыҙ”, – ти белгестәр. Әлбиттә, шунда уҡ поликлиникаға йүгерергә лә түгел. Ләкин был осраҡта табиптар үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙҙы иғтибарҙа тотоп, сәләмәтлек торошон етди күҙәтеп барырға кәңәш итә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: