-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 13:04

Конституцияла илдең суверенитеты һәм тулылығы нығытыласаҡ

Рәсәй Президенты Конституцияла закондар сығарыу системаһын халыҡ-ара кимәлдән юғарыраҡ итеп камиллаштырыуҙы тәҡдим итте. Был иһә туранан-тура илдең суверенитетын нығытыуға бер аҙым.

Рәсәй Президенты Конституцияла закондар сығарыу системаһын халыҡ-ара кимәлдән юғарыраҡ итеп камиллаштырыуҙы тәҡдим итте. Был иһә туранан-тура илдең суверенитетын нығытыуға бер аҙым.
Ошо хаҡта “Спутник-ФМ” радиостанцияһында БДУ доценты, сәйәси фәндәр кандидаты Сергей Горбачев менән әңгәмә ҡоролған. Ғалим билдәләүенсә, был - ыңғай күренеш. Сөнки илдең төп документы халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларынан юғары тип таныла. “Башлыса донъяның күп илдәрендә был нормалар ғәмәлгә ингән. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында хатта бәләкәй генә ҡалала үткән суд ҡарарҙары ла халыҡ-ара нормаларҙан кәм була алмай. Уның ҡарарҙары һәр ваҡыт юғары”, - ти ул.
Шулай уҡ тағы бер үҙгәреш иғтибарҙы талап итә. Конституцияла, дәүләт биләмәләре бүленергә тейеш түгел, тигән юл аныҡ яҙыласаҡ. Бынан ары Рәсәй биләмәләренең өлөшөн ниндәйҙер формаларға ярашлы башҡа дәүләттәргә бүлеп биреүгә саҡырыу мөмкин булмаясаҡ.
УСергей Горбачев әйтеүенсә, үҙгәрештәр индереү суверенитетты һәм илдең тулылығын һаҡлау өсөн бик ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: