Быйыл республикала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ҙур эштәр башҡарыу ниәтләнә. 303,09 саҡрым юл төҙөләсәк һәм ипкә килтереләсәк. Бынан тыш, 248 юл билдәһе, 23 светофор, 3 автоматик ауырлыҡ үлсәү пункты, 459 камера ҡуйыласаҡ, 1200 метр ерҙә йәйәүлеләр юлы кәртәләнәсәк.
Был эштәр өсөн республика ҡаҙнаһынан – 5,1 миллиард, федераль бюджеттан 2,2 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.