+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 23:45

20 апрелдән тикшереүҙәр көсәйтелә

#домаяҡшыраҡБөгөн Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостанда үҙҡурсаланыу көндәрен майға тиклем оҙайтты, тип яҙғайныҡ инде. Унда ул шулай уҡ халыҡтың коронавирус һалыуы таралыуға бәйле индерелгән сикләүҙәрҙе йыш ҡына сәбәпһеҙ боҙоуын билдәләне. Айырым кешеләрҙең яуапһыҙлығына сик ҡуйыу маҡсатында Республика Башлығы 20 апрелдән һәр яҡтан тикшереүҙәрҙе көсәйтеү тураһында күрһәтмә бирҙе.

#домаяҡшыраҡ
Бөгөн Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостанда үҙҡурсаланыу көндәрен майға тиклем оҙайтты, тип яҙғайныҡ инде. Унда ул шулай уҡ халыҡтың коронавирус һалыуы таралыуға бәйле индерелгән сикләүҙәрҙе йыш ҡына сәбәпһеҙ боҙоуын билдәләне. Айырым кешеләрҙең яуапһыҙлығына сик ҡуйыу маҡсатында Республика Башлығы 20 апрелдән һәр яҡтан тикшереүҙәрҙе көсәйтеү тураһында күрһәтмә бирҙе.
Шулай итеп киләһе йәкшәмбенән:
- быға тиклем бирелгән юл йөрөү справкалары ғәмәлдән сыға. Яңы документты тик үҙҡурсаланыу ваҡытында эшләргә хоҡуҡлы ойошмалар ғына бирә ала. Уларҙың исемлеген Хөкүмәт раҫлай. Ҡабаттан бирелгән справкала ойошма етәксеһе приказының номеры, датаһын һәм хеҙмәткәрҙең эш графигы, йәшәгән урыны күрһәтелергә тейеш;
- эшкә барып етеүгә һәм ҡайтыуға 90 минут ваҡыт бирелә;
- йәмәғәт траспортында тик битлек һәм бирсәткәләр кейеп кенә йөрөргә мөмкин, кире осраҡта штраф һалына;
- балаларға урмаға сығыу 13.00 – 18.00 сәғәттәрҙә генә дарыуханаға, аҙыҡ-түлек магазинына барыу, йорт хайуандарын урамға алып сығыу, сүп-сар сығарыу өсөн рөхсәт ителә. Сәбәпһеҙ йөрөү тыйыла. Билдәләнгән тәртипте боҙған өсөн ата-әсәләргә штраф һалына;
- мохтажлыҡ булмағанда Өфөгә, башҡа ҡала-ауылдарға барыу сикләнә. Баш ҡалаға ингән автомашиналарҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре даими тикшерә. Пропускыһыҙ йөрөгәндәргә штраф һалына;
- дауаханаға, дачаға һәм башҡа йомоштар буйынса йөрөү өсөн doroga02.ru сайты аша пропуска алырға кәрәк. Ул 1 автомашинаға аҙнаһына тик ике тапҡыр ғына бирелә;
- 20 апрелдә 9.00 сәғәттә бөтә ҡарттар йорттары, интернаттар, балалар йорттары һәм башҡа социаль учреждениелар карантинға ябыла.
Үҙҡурсаланыу режимын боҙмайыҡ, сәләмәт булайыҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: