+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 10:00

Яңы шарттар яңыса ҡараш талап итә

Быға тиклем донъяла булмаған ҡурҡыныс һалыу арҡаһында халыҡтың күпселеге өйҙә ултыра, предприятиелар, ойошмалар эшләмәй. Шул сәбәпле ил иҡтисады ҙур юғалтыуҙар кисерә. Яңы шарттар яңыса ҡараш, уйланылған һәм нәҡ бөгөнгө көн ысынбарлығына яуап биргән алымдар талап итә, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә.

Илдә тейешле ресурстар, көрсөккә ҡаршы әүҙем сәйәсәт алып барыу өсөн резервтар етәрлек, инструменттар бар, тиелә дәүләт башлығының Кремль сайтында ҡуйылған сығышында. Бөгөнгө көндә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларына ярҙам тураһында ҡайһы бер ҡарараҙар ҡабул ителгән дә инде. Уға һалым ташламалары, түләүҙәрҙе кисектереү һәм башҡа саралар инә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: