+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 18:06

Коронавирусҡа тикшереүҙәр хәҙер үҙебеҙҙә уҙғарыла

14 апрелдән коронавирусты билдәләүсе тикшереүҙәрҙең бөтәһе лә республикабыҙ лабораторияларында уҙғарыла (быға тиклем һөҙөмтәләр раҫлау өсөн сит төбәктәргә ебәрелә торғайны).

14 апрелдән коронавирусты билдәләүсе тикшереүҙәрҙең бөтәһе лә республикабыҙ лабораторияларында уҙғарыла (быға тиклем һөҙөмтәләр раҫлау өсөн сит төбәктәргә ебәрелә торғайны).
Бөгөн Стәрлетамаҡтағы лаборатория үҙ эшен башланы, тағы ла берәүһе Белорет ҡалаһында асылырға тора. “Был географияны киңәйтеү һәм биоматериалдарҙы тиҙерәк алып барып еткереү мөмкинлеген бирә”, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус буйынса уҙған бөгөнгө брифингта.

Башҡортостанда COVID-19 инфекцияһын йоҡтороусылар барлығы – 149, ауырыуҙар бер тәүлектә 20-гә артҡан. Рәсәйҙә әле уның менән сирләүселәр һаны – 24 490, донъяла – 1 998 074.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: