+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 19:38

Конституция туған телдәрҙе яҡлай

Президент тарафынан Рәсәй Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәр рус теле һәм башҡа халыҡтар телдәренең статусын төшөрмәй, киреһенсә, туған телдәрҙе өйрәнеү, үҫтереү һәм иркен һөйләшеү буйынса хоҡуҡтарыбыҙҙы нығыта. Был турала “Спутник-ФМ” радиостанцияһына интервьюһендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева белдергән.

“Телдәрҙе һаҡлау бик мөһим. Беҙҙең дәүләт-ара аралашыу теле – рус теле булһа ла, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау бер үк кимәлдә барырға тейеш. Бөгөн беҙ республикала ике тел - рус һәм башҡорт телдәрендә уҡыйбыҙ. Был иһә һәр бер халыҡ өсөн бик яҡшы күренеш”, - ти ул.
Конституцияға үҙгәрештәр рус теле менән берлектә милли телдәрҙе лә дәүләт кимәлендә нығыта. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 193 милләт йәшәй. Төп закондағы үҙгәрештәр ошо халыҡтарҙың әсә телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса, тигән фекерҙә депутат.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: