+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 12:39

Каринэ Хәбирова ниндәй китаптар уҡый

#домаяҡшыраҡБюджет структураларында хеҙмәт иткән кешеләрҙең күбеһенең ситтән тороп өйҙә эшләүенә лә өсөнсө аҙна китте. Бер ҡайҙа ла барыу мөмкинлегенең булмауы ҡайһы берәүҙәрҙең психикаһы өсөн кире йоғонто яһай.

#домаяҡшыраҡ
Бюджет структураларында хеҙмәт иткән кешеләрҙең күбеһенең ситтән тороп өйҙә эшләүенә лә өсөнсө аҙна китте. Бер ҡайҙа ла барыу мөмкинлегенең булмауы ҡайһы берәүҙәрҙең психикаһы өсөн кире йоғонто яһай.
Шуға күрә үҙҡурсаланыу көндәренең һәр минутын ғаилә менән файҙалы үткәреүгә бүлеү, китаптар уҡыу, яҡшы кинофильмдар ҡарау зарурлығы психологтар тарафынан да иҫкәртелә.
Республика башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова үҙенең сәхифәһендә нимә менән шөғөлләнеүе, ниндәй китаптар уҡыуы хаҡында һөйләй һәм үҙҡурсаланыуҙа ятҡан кешеләргә теләктәшлек белдерә. Әле ул үҙе уҡыған китаптарҙың исемлеге менән бүлеште.
Билдәләнеүенсә, исемлек ҙур һәм төрлө жанрлы. Гүзәл Яхинаның ”Зөләйхә күҙҙәрен аса” китабын (әле Рәсәй-1 каналында уның буйынса ҡуйылған фильм бара), Борис Акуниндың - “Эраст Фандорин мажаралары”, Михаил Лермонтовтың - “Беҙҙең заман геройы” романдарын, Ильф һәм Петров, Пушкин, Михаил Булгаков әҫәрҙәрен, шулай уҡ Сиддхартиҙың - “Сансара”, Робертстың “Шантарам”, “Яҡшы кешеләр тормошо” тигән автобиографик китаптарын, Мостай Кәрим әҫәрҙәрен тәҡдим итә ул.
Күптән түгел үҙенең ниндәй китаптар уҡыуын республика башлығы Радий Хәбиров та яҙып сыҡҡайны. Ул Мәскәүҙә йәшәгән ваҡытында китап магазиндарына йөрөргә яратыуын, ниндәй китаптарға өҫтөнлөк биреүен бәйән итте. Унда күренеүенсә, республика етәксеһе күберәк тарихи китаптар уҡый.
Фото К.Хабированың сәхифәһенән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: