+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 10:05

Евразия иҡтисади берлегендә фекерҙәр беректе

Кисә ЕАЭС (Евразия иҡтисади берлеге) илдәре башлыҡтарының видео бәйләнеш форматында осрашыуы булды. Был берлеккә, билдәле булыуынса, Рәсәй, Белорусия, Ҡаҙаҡстан, Армения, Ҡырғыҙстан инә.

Кисә ЕАЭС (Евразия иҡтисади берлеге) илдәре башлыҡтарының видео бәйләнеш форматында осрашыуы булды. Был берлеккә, билдәле булыуынса, Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Армения, Ҡырғыҙстан инә.
Етәкселәр ағымдағы етди мәсьәләләр буйынса фекер алышты, коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы бергәләп көрәшеү тураһында килеште, тип хәбәр итә рәсми матбуғат сығанаҡтары.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Евразия иҡтисади берлегенә ингән илдәр араһында сәнәғәт һәм социаль өлкәләр өсөн мөһим булған материалдар һәм комплектлау әйберҙәренә таможня пошлинаһын кәметеү йә уны бөтөнләй алыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине, тип белдерҙе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: