Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:43

Экологик диктант та онлайн үтә

Өфөлә йыл һайын үткән экологик диктант та быйыл онлайн форматҡа күскән. Ул бөгөн республика экологик грамоталылыҡ дистанцион аҙналығы сиктәрендә үткәрелә. Мәктәп уҡыусыларына һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүселәргә тәғәйенләнгән был сара “Экология” милли проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Диктант өс өлөштән, йәғни экологик төшөнсәләрҙе һәм терминдарҙы, республиканың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен белеүгә, шулай уҡ логика һәм уйлауға ҡоролған 30 һорауҙан тора. Һорауҙар Өфө ҡалаһы балалар экологик-биологик үҙәгенең сайтында бөгөн 10.00 сәғәттән алып иртәгә 10.00 сәғәткә тиклем буласаҡ. Унда ошо һылтанма буйынса инергә мөмкин: http://ufa-debs.ru . Эштәрҙе [email protected] электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Хатта шулай уҡ тулы исем-фамилия, класс, мәктәпте билдәләү зарур.
Экологик диктанттың һөҙөмтәләре ошонда уҡ #экологическийдиктант2020 бүлегендә донъя күрәсәк. Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар менән бүләкләнәсәк, ҡалғандарға – ҡатнашыусы сертификаты, уҡытыусыларға рәхмәт хаты тапшырыласаҡ.
Фото БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: