Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә йәтим һәм һаулыҡтары сикле балаларҙы ҡурсалауы буйынса өҫтәмә дәүләт саралары әҙерләргә ҡушты, тип хәбәр итәләр Кремль сайтында. Унда был иҫәпкә ингән балаларҙы бушлай икенсе һөнәргә уҡытыу ҙа ҡаралырға тейеш.
Көндөҙгө бүлектәрҙә эшсе һөнәрҙәре һәм башҡа йүнәлеш буйынса белем алғанда уларға стипендия түләнергә, уҡыу әсбаптары өсөн аҡса бүленергә тейеш. Яуаплы етәкселәр тапшырылған был эштең үтәлеше тураһында Президентҡа 2020 йылдың 1 декаберенә тиклем отчет биререгә тейеш.