+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 14:32

Урамдар махсус таҙартыла

Баш ҡала урамдарын коронавирусҡа ҡаршы эшкәртеү 7 апрелдә башланғайны. Бының өсөн «Этоксамин» тигән аэрозоль файҙаланыла. Ул сертификация һәм лицензия үткән һәм, белгестәр билдәләүенсә, кеше һаулығы өсөн зыянһыҙ.

Көндәр һәйбәтләнгәс, Өфө урамдарын коронавирус таралыуына ҡаршы эшкәртеү дауам итәсәк. Баш ҡалабыҙҙың Сәғит Агиш, Степан Злобин, Ғөбәйҙуллин, Аврора, Батыр, Степан Кувыкин, Эшсе Хәбәрселәр, Софья Перовская, Армавир, Зәйнәб Биишева, Сочи, Хәҡиҡәт, Яңы Рәсәй, Магистраль, Дағстан, Таллин, Левитан, Осоусылар, Әхмәтов урамдарына, Халыҡтар дуҫлығы проспектына дезинфекция яһаласаҡ. Йәмғеһе 1 620 000 кв. метр майҙан эшкәртелергә тейеш. Әлегә Өфөнөң 5 370 000 кв. метр урам-юлдарында махсус таҙартыу уҙғарылған.
Дезинфекция төнгө сәғәттәрҙә башҡарыла.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: