+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
14 Апреля 2020, 04:50

Тағы бер һөнәри байрам индерелә

Президент Владимир Путин Мәғариф министрлығына 1 июнгә тиклем юғары уҡыу йорттарында белем биреүсе уҡытыусылар көнөн булдырыу тураһында тәҡдим индерергә ҡушты, тип әйтелә ил етәксеһенең рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарында.

Дәүләт башлығының 2020 йылдың 4 февралендә Череповец ҡалаһында йәмәғәтселек менән осрашҡанда тыуғайны был тәҡдим, тип аныҡлыҡ индерелә Кремль сайтында. Мәсьәлә Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы менән берлектә ҡараласаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас