Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған бөгөнгө брифингта COVID-19 менән сирләүселәрҙең 129-ға етеүе билдәләнде.
Дөйөм алғанда, туғыҙ сырхау, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Ләкин тәүлек эсендә тағы ла 22 ауырыу өҫтәлгән. Шуларҙың 14-е Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында дауалана: һигеҙе – дауахана хеҙмәткәрҙәре, алтауһы – пациенттар. Был турала брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.
Коронавирус тыуҙырған пневмониянан республикала өс ауырыуҙың ғүмер өҙөлгән. Тәүге мәрхүм булыусы – 1938 йылғы Бәләбәй районы кешеһе. Тәүлек эсендә тағы икәү – 63 йәшлек ир һәм 73 йәшлек ҡатын донъя ҡуйған. Ир кеше – Октябрьский ҡалаһынан, оҙаҡ ваҡыт аҙ ҡанлылыҡтан дауаланған, хроник бронхиттан, йөрәк ишемияһынан интеккән. Ханым – Баймаҡ районынан, ул яман шештән яфаланған, өҫтәүенә, шәкәр диабеты, йөрәк сире лә булған икән.