0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 15:15

Кешеләрҙе социаль яҡлауҙы көсәйтеү йәһәтенән

#домаяҡшыраҡРәсәйҙең Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин РБК телеканалында барған әңгәмәлә бәләкәй эш хаҡы һәм эшһеҙлек буйынса пособие күләмен арттырыу кәрәклеген белдерҙе.

#домаяҡшыраҡ
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин РБК телеканалында барған әңгәмәлә бәләкәй эш хаҡы һәм эшһеҙлек буйынса пособие күләмен арттырыу кәрәклеген белдерҙе.
Уның фекеренсә бер йылға йәки бер-нисә айға бәләкәй эш хаҡын, эшһеҙлек пособиеһын күтәреп тороу зарурлығы бар. Был коронавирусҡа бәйле көрсөк булыу ихтималлығын иҫкәртеү сараһы булыр ине. “Илдәге хәлдәр тотороҡланғас, уны үҙ күләменә ҡайтарырға ла мөмкин. Кешеләргә эшләү өсөн стимул юғалмаҫҡа тейеш. Әлеге шарттарҙа илдең бюджетында аҡсалар етерлек”, - тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Президент Владимир Путин илдә эшһеҙлек пособиеһын бәләкәй эш хаҡы күләменә еткереү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. 1 марттан мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә торған кешеләргә, апрелдә пособие яңы күләмдә бүленә башлай. Бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә һәр бала өсөн 3 мең һум күләмендә өҫтәлмә түләнәсәк.
Башҡортостанда бәләкәй эш хаҡының күләме 13 945,5 һум.
Фото Башинформ агентлығынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: