-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 09:45

Халыҡ-ара сертификат өсөн сығымдар ҡаплана

Башҡортостанда экспортерҙарға халыҡ-ара сертификат алыу өсөн киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреләсәк.

Башҡортостанда экспортерҙарға халыҡ-ара сертификат алыу өсөн киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреләсәк.
БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаризалар 2020 йылдың 20 апреленән ҡабул ителә. Бер ғариза тапшырыусыға бирелгән субсидия 2 миллиондан артмай.
Экспортерҙарға субсидия биреү “Халыҡ-ара корпорация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Был программала республиканың халыҡ-ара сертификат алған сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар етештергән бәләкәй һәм уртаса предприятиелары ҡатнаша ала.
Рәсәй төбәктәре араһында халыҡ-ара сертификатҡа киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплауҙы тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башланы. Бындай ҡарар республиканың тауар етештереүселәре араһында социологик һорау алыу һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән. Респонденттарҙың 95 проценты сит ил сертификатын алыуҙың тауарҙы тышҡы баҙарға сығарыу буйынса киткән сығымдарҙың иң күп өлөшөн тәшкил итеүен билдәләгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: