+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 02:44

Эштәр иртәрәк башланды

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл төҙөү һәм йүнәтеү эштәре ниәтләгәндән иртәрәк башланды.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл төҙөү һәм йүнәтеү эштәре ниәтләгәндән иртәрәк башланды.
Юлдарҙы йүнәтеү эштәре әле Дим районының Левитан урамында, Һупайлы биҫтәһенең Академик Королев урамында бара. 15 сентябрҙә эштәр тамамланырға тейеш.
Дөйөм алғанда, Өфө ҡалаһы буйынса милли проект сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 20,85 саҡрым тәшкил иткән 22 участкала төҙөү һәм йүнәтеү эштәре барасаҡ. Исемлектә Өфө – Нуғай ҡасабаһы юлы, Ветошников, Красин, Ғафури, Новоженов, Нехаев һәм башҡа урамдар бар. Шулай уҡ үткән йылда башланған проекттар ҙа дауам ителәсәк.
Юлдарҙы ипкә килтереүҙә яңы технологиялар ҙа ҡулланыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: