+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 10:59

Беҙ төрлө хәлгә лә әҙер булырға тейешбеҙ

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа бәйле хәлдәр үҙгәрә, ҡыҙғанысҡа, ыңғай яҡҡа түгел тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа бәйле хәлдәр үҙгәрә, ҡыҙғанысҡа, ыңғай яҡҡа түгел тип белдерҙе.
Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле кәңәшмәлә билдәләүенсә, әле вирусты йоҡтороусылар уның ауыр формаһы менән сирләй. Дәүләт башлығы хөкүмәткә һуңғы яңылыҡтар менән даими таныштырып барыуҙы йөкмәтте.
-Яҡын аҙналар аныҡлыҡ индерерү ваҡыты буласаҡ. Ләкин бында бөтә осраҡтарҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк,- тине Президент.
Шулай уҡ Владимир Путин табиптар өсөн һаҡланыу сараларын, ҡорамалдарҙы, дауаланыу өсөн препараттар резервын ҡайтанан барларға ҡушты.
Фото Башинформ агентлығынан.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: