2024 йылға тиклем Башҡортостанда тағы ла айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдырыу ниәтләнә. Әле Иглин һәм Салауат райондарында ошо йүнәлештә фәнни-тикшереү эштәре бара.
Был хаҡта БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итте.
“Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыу юлы менән биологик төрлөлөктө һаҡлау” төбәк проекты республикала яңы айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыуҙы күҙаллай. Улар 18-ҙән дә кәм булмаясаҡ. Әле республика әһәмиәтендәге 16 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булдырылған. Уларға 15 тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы инә. “Еҙем”дә әле инфраструктура объекттарын булдырыу, атап әйткәндә, визит үҙәген төҙөү һәм экологик һуҡмаҡтарҙы йыһазландырыу, буйынса эштәр алып барыла.
Милли проект ҡуйған бурыстарҙың береһе булып айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә туристик-ял итеү кластерҙарын формалаштырыу һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу юлы менән төбәк иҡтисадына уларҙың берләшеүе иҫәбенә экотуризмды үҫтереү тора.