+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 09:55

Уҡыусылар өсөн хеҙмәт ярты йылға кисектерелә

Рәсәй мәғариф министрлығы, коронавирусҡа бәйле, берҙәм дәүләт имтихандарының башланыу ваҡытын 8 июнгә күсергәйне. Шулай уҡ уҡыу йорттарына инеү һынауҙары ла һуңғараҡҡа шылдырыла.

Рәсәй мәғариф министрлығы, коронавирусҡа бәйле, берҙәм дәүләт имтихандарының башланыу ваҡытын 8 июнгә күсергәйне. Шулай уҡ уҡыу йорттарына инеү һынауҙары ла һуңғараҡҡа шылдырыла.
Ошо сәбәпле быйыл мәктәп тамамлаусылар яҙғы армияға саҡырылыуҙан азат ителә. Был хаҡта Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы етәксеһе Валерий Герасимов белдерҙе.
“Саҡырылыш сараларына бөтәһе 650 меңдән ашыу кеше йәлеп ителергә тейеш. Шуларҙың иҫәбенә берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға тейеш булған 15 меңгә яҡын уҡыусы инә. Улар быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылмай”, - тип белдерҙе Яңылыҡтар агентлығына Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы етәксеһе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: