+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 08:50

Тағы ла нефть тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин, АҠШ етәксеһе Дональд Трамп һәм Сауд Ғәрәпстаны короле Сальман бен Абдель Азиз Аль Сауд донъяның нефть базарындағы хәлдәргә ҡағылышлы тағы телефондан һөйләште. Был турала Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бәйләнешкә сығыуҙың төп сәбәбе ОПЕК һәм башҡа нефть сығарыусы илдәрҙең кисә “ҡара алтын” табыу күләмен кәметеүгә өлгәшеүе булып тора, тиелә белдереүҙә.
Мексика дөйөм килешеүҙә ҡатнашыуҙан баш тартҡайты тәүҙә. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә был ил тәүлегенә 100 мең баррель (158,988 литрлы мискә үлсәме) нефть табыуҙы кәметергә ризалыҡ биргән. Тәүҙә 400 мең тураһында һүҙ бара ине. Айырманы АҠШ үҙ өҫтөнә алған икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: