Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы республика халыҡтарының милли костюмдар көнө 17 апрелдә онлайн форматта ойоштороласаҡ.
Уның сиктәрендә уҡыусылар өсөн ”Милли башҡорт костюмы”, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәре, донъя мәҙәниәте тураһында асыҡ онлайн дәрестәр үткәреләсәк.
Шулай уҡ башҡорт һәм рус халҡтарының милли костюмдарындағы ҡайһы бер элементтарҙы эшләү буйынса онлайн оҫтаханалар, социаль селтәрҙәрҙә онлайн флешмоб, милли музейҙар залдарында виртуаль күргәҙмәләр, “Мин милли костюмда”тигән һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың фондынан Рәсәй халыҡтары бейеүен күрһәтеү буйынса флешмобтар ойоштороласаҡ.
Хөкүмәт тарафынан, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында, милли костюмдар көндәрен йыл һайын апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрь айының икенсе йомаһында уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Уны үткәреү буйынса хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлә. Шулай уҡ муниципаль райондарға урындарҙа милли костюмдарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар үткәреү тәҡдим ителгән.
Фото”Башинформ” агентлығынан.