+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 14:54

Лилиә Ишемйәрова Италия халҡына йыр сәләме юллаған

#домаяҡшыраҡБашҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова, Италия халҡына онлайн мөрәжәғәт итеп, итальян телендә йыр башҡарҙы.

#домаяҡшыраҡ
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова, Италия халҡына мөрәжәғәт итеп, итальян телендә йыр башҡарҙы.
Был йырсының Италия башҡарыусыһы Ренато Монтиҙың башҡорт халҡына мөрәжәғәт яҙмаһына яуап.
Ошо ябай булмаған көндәрҙә Ренато, халҡыбыҙға теләктәшлек белдереп, видеояҙма яҙҙырған һәм йыр башҡарған. Ул яҙманан беленеүенсә, Италия йырсыһы Башҡортостан хаҡында яҡшы хәбәрҙә. Быны ул Италияла йәшәүсе башҡорт кешеһе Рәфис Хөснөтдинов менән дуҫ булыуы, уның аша республикабыҙ хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр белеүен бәйән итә. Ҡыуатов исемендәге дауахана табиптарына теләктәшлек һүҙҙәрен еткерә. Уға яуап итеп филармония солисткаһы Лилиә Ишемйәрова мөрәжәғәт яҙҙырған: “Миңә Италияла йәшәүсе бер туған һеңлем Фәниләнең улы Рамаҙан Байморатов тәржемә менән ярҙам итте. Уларҙың Италияла йәшәгәненә ун биш йыллап ваҡыт үтте. Аллаға шөкөр, имен һауҙар, беҙҙең кеүек өйҙә ултыралар. Эпидемия Италияның төньяғында киң таралған, көньяҡта хәлдәр тотороҡло”, - ти йырсы. Лилиә Рәүил ҡыҙы үҙенең сығышында, матур республикаларҙың береһендә йәшәүен, бөгөнгө хәлдә бөтә донья табиптарының вирусҡа ҡаршы ҙур хеҙмәт башҡарыуын билдәләгән һәм рәхмәтен еткергән.
2018 йылда Лилиә Ишемйәрова ғаиләһе менән Италияға барып ҡайтҡан һәм унда ҙур концерт менән сығыш яһаған. Үҙенең Италия халҡына яҙмаһын йырсыбыҙ итальян телендә матур йыр башҡарып тамамланы. “Volare" тигән йырҙы һәм яҙманы ошо һылтанма аша инеп тыңларға була. https://vk.com/wall51857674_6827
https://m.facebook.com/story.php?story_fbid=932956873.. ТВОРЧЕСКОЕ ПРИВЕТСТВИЕ ДРУЗЬЯМ ИЗ ИТАЛИИ!!!
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: