-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 12:51

Конституцияға үҙгәрештәр индереүҙе ил халҡының күбеһе яҡлай

Рәсәй йәмәғәт фондының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ил халҡының 68 проценты Президент Владимир Путиндың Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен хуплау өсөн сығыш яһай.

Рәсәй йәмәғәт фондының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ил халҡының 68 проценты Президент Владимир Путиндың Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен хуплау өсөн сығыш яһай.
Шулай уҡ респонденттарҙың 54 проценты илдең төп документындағы әлеге үҙгәрештәргә, яҡшы, тигән баһа бирә.
Күпселек социаль сәйәсәттең үҙгәреүе өсөн тауыш бирәсәк. Икенсе урында - кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу, өсөнсөлә - медицина һәм мәғариф сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре тора.
Һорау алыуҙарҙа кешеләр илдең 53 төбәгенән ҡатнашҡан. 2013 йылда Конституцияны ҡайтанан ҡарау өсөн респонденттарҙың - 44, ә 2018 йылда -66 проценты ыңғай тауыш биргән.
Пандемияға бәйле илдең төп документына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге иғтибар үҙәгенән юғалмаясаҡ, тигән фекерҙә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко. Быны һорау алыуҙар ҙа күрһәтә. Киреһенсә, ил халҡының әүҙемлеге артасаҡ. Коронавирусҡа бәйле үҙҡурсаланыу көндәре, тағы бер тапҡыр уйлау һәм фекер туплау өсөн өҫтәмә ваҡыт бирәсәк, ти ул.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: