+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 08:35

Еңеү көнөнә лә күп ҡалманы

#домаяҡшыраҡИлебеҙ йәмәғәтселеге өсөн оло байрамдарҙың береһе – Еңеү көнө - тау артында түгел. 1945 йылдан алып ул бер 3асан да үткәрелмәй ҡалғаны юҡ.

#домаяҡшыраҡ
Илебеҙ йәмәғәтселеге өсөн оло байрамдарҙың береһе – Еңеү көнө - тау артында түгел. 1945 йылдан алып ул бер 3асан да үткәрелмәй ҡалғаны юҡ.
Ләкин ниндәйҙер фаразлауҙар иртәрәк, ти белгестәр.
-Был ваҡытҡа Рәсәй халҡы тулыһынса сикләнеү сараларынан сығып бөтмәҫ әле,– тип хәбәр итте үҙәк каналдарға биргән интервьюһында Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова.
“Әлбиттә ниндәйҙер һығымталар яһау иртәрәк. Еңеү көнө кеүек байрамдар алдынан барыһы ла яҡшы булыуын бик теләге килә. Ләкин үҙҡурсаланыу көндәренән тулыһынса сығыу йәй баштарына ғына тамамланыр, моғайын. Был да кешеләр режимға ҡағылышлы бөтә тәҡдимдәрҙе теүәл үтәһә генә”,– ти ул.
Әле илдә 15 меңдән ашыу кешелә йоғошло сир теркәлгән. Республикала 84 сирле иҫәпләнә. Бер тәүлектә коронавирус 18 кешелә асыҡланған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: