Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктәр рейтингын төҙөгән. Башҡортостан 84 төбәк араһында тәүге унау иҫәбенә ингән. Республикабыҙ, 74 балл йыйып, 8-се урынды биләгән. Үткән йылда БР 21-се урында ине.
Исемлек башында, 87 балл йыйып, Мәскәү өлкәһе килә. Унан һуң Калуга һәм Тула өлкәләре бара. Республикабыҙға күрше төбәктәрҙән тәүге унау иҫәбенә Свердлов өлкәһе (5-се урын) һәм Татарстан Республикаһы (9-сы урын) ингән.
Рейтинг 35 критерий буйынса төҙөлгән. Унда йәмәғәт биләмәләренең һәм ихаталарҙың төҙөклөгө, уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурстарында ҡатнашыуға ғаризалар һәм уларҙа еңеүселәр һаны, граждандарҙың, спонсорҙарҙың һәм муниципалитеттарҙың финанс яғынан өлөш индереүе, халыҡтың ҡала мөхитендәге үҙгәрештәргә биргән баһаһы, федераль реестрҙағы иң яҡшы ғәмәлдәр, компетенциялар үҙәктәре булдырыу һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаларын тормошҡа ашырыу “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.