-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 09:20

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр халыҡта

Коронавирус менән бергә донъя йөҙөн иҡтисади көрсөк тә ҡаплап алды. Сәнәғәт етештереүенең ҡырҡа кәмеүе иң элек энергия сығанағы баҙарын көйһөҙләне. Рәсәй, билдәле булыуынса, асылда, нефткә ҡарап тора. Уның хаҡы төшөүе – ил ҡаҙнаһы өсөн үтә лә ҙур һынау ул. Бюджетта аҡсаның кәмеүен һәр кем үҙ кеҫәһендә лә тоясаҡ бит.

ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәрҙең дөйөм килешеүгә өлгәшеүе иҡтисадты тиҙ тергеҙеүгә булышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе Рәсәйҙең энергетика минстры Александр Новак. Был йәһәттән Президент Владимир Путиндың кәңәштәре һәм даими ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, дәүләт башлығы АҠШ президенты, Сауд Ғәрәпстаны короле менән тура бәйләнештә булды, ти ул.
ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәр уның күләмен 9,7 млн. баррелгә кәметергә килеште. Шуның 2,5 миллионы Рәсәй иңенә ятты.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: