-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 18:43

Күңелһеҙ хәбәр

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус буйынса бөгөн уҙған брифингта күңелһеҙ хәбәр яңғыраны: республикала COVID-19 афәтенән тәүге үлем теркәлде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус буйынса бөгөн уҙған брифингта күңелһеҙ хәбәр яңғыраны: республикала COVID-19 афәтенән тәүге үлем теркәлде.
Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Министр вафат булыусының ниндәй район-ҡаланан икәнен, ҡайһы дауаханала ятыуын әйтмәне. “Ауырыуҙың үлеүенә коронавирус арҡаһында барлыҡҡа килгән вируслы пневмония сәбәпсе”, – тине ул.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үткән йәкшәмбе вафат булған 80 йәшлек ҡатында аҙаҡ COVID-19 вирусы тапҡайнылар. Ләкин ханымдың ғүмере коронавирустан түгел, ҡаты сирҙәренән өҙөлгән: ул шәкәр диабетынан, эренле абсцестан яфаланған, ныҡ ауыр инсульт кисергән булған.
Республикала COVID-19 диагнозы раҫланған ауырыуҙар тәүлек эсендә 26-ға артҡан, улар хәҙер – 66. Бынан тыш, дауаханаларҙа коронавирусҡа шик булған 231 кешенең һаулығы күҙәтелә. Һауығып сығыусылар – етәү.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: