+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 19:35

Беҙ бергә

#домаяҡшыраҡБөгөн БСТ һәм Ютуб каналдарында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә “Рәхмәт табиптарға” тигән онлайн концерт үтте.

#домаяҡшыраҡ
Бөгөн БСТ һәм Ютуб каналдарында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә “Рәхмәт табиптарға” тигән онлайн концерт үтте.
Башҡортостан дәүләт концерт залынан барған сығыштарҙа Асҡар Абдразаҡов, Айҙар Ғәлимов, Диана Ишниязова кеүек йондоҙҙар ҡатнашты. Ошо көндәрҙә әсәһен юғалтҡан йырсы Әнүәр Нурғәлиев бәйләнешкә өйҙән сыҡты һәм барыһына ла теләктәшлек белдерҙе.
Бөгөн 3 меңгә яҡын табип һәм пациент республика дауаханаларында үҙҡурсаланыуҙа ҡала. Был сара Башҡортостан кешеләрен берҙәм һәм еңел булмаған шарттарҙа эшләгән табиптарға теләктәшлек белдерергә,шулай уҡ #рәхмәт табиптарға, #беҙҙең хәстәрлек, #беҙ бергә хэштектары буйынса флешмобҡа ҡушылырға саҡырҙы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: