+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 13:37

Яһалма һулыш аппараттары ҡайтартылған

Республика дауаханаларына тағы 17 яһалма һулыш аппараты ҡайтартылған.

Республика дауаханаларына тағы ла 17 яһалма һулыш аппараты ҡайтартылған.
Уларҙың бишәүһе Өфө ҡалаһының Дим клиник дауаханаһына ебәрелгән. Бында 30 марттан алып коронавирус менән сирләүселәр өсөн 315 урынлыҡ госпиталь эшләй. Биш ҡорамал – 8-се ҡала дауаханаһына, икәүһе йоғошло сирҙәр стационарына бирелгән. Тағы ла биш аппарат балалар дауаханалары өсөн бүленгән. Башҡортостанға бөтәһе 143 яһалма һулыш ҡорамалы ҡайтырға тейеш. Берәүһенең хаҡы өс миллион һум тирәһе тора.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республика дауаханаларында әле 700-ләп шундай аппарат бар.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: