+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 09:45

Өйҙән сыҡмай ғына тәбиғәткә ярҙам итеп буламы?

Кисә Рәсәйҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса “Дистанцион экологик волонтерлыҡ” тип аталған вебинарҙар серияһы үткәрелә башланы. Өйҙән сыҡмай ғына тәбиғәткә нисек ярҙам итергә мөмкин? Карантин тамамланғандан һуң көстө ҡайҙа йүнәлтергә? Ирекмәнлек проекттарында ҙур тәжрибә туплаған команда ошо темалар хаҡында һөйләй.

Вебинарҙар теҙмәһен ойоштороусы – “Рәсәй ҡурсаулыҡтары” экспоүҙәге” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы. Эксперт булараҡ экотуризм һәм эковолонтерлыҡ өлкәһендә ҙур проекттар башында торған идеологтар саҡырылған.
“Дистанцион экологик волонтерлыҡ” студенттар, экологик берләшмәләр, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең экология һәм туризм бүлектәрендә эшләүселәр, шулай уҡ ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән бөтәһе өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Вебинарҙар ZOOM платформаһында үтәсәк. Уларҙың яҙмаларын нацпроектэкология.рф сайтында ҡарап буласаҡ.
Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: