+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 17:32

Уяулыҡты кәметмәйек!

Кисә Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 22 ине, тәүлек эсендә улар ҡырҡҡа еткән – ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Кисә Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 22 ине, тәүлек эсендә улар ҡырҡҡа еткән – ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Республикала ошоғаса коронавирус буйынса хәлдең сағыштырмаса тыныс булыуын күрепме, йылы апрель ҡояшы йоғонтоһондамы, күптәр изоляцияның тәүге көндәрендәге һаҡлыҡ тойғоһон юғалта. Кибеттәргә битлек кеймәй инеүселәрҙе осратырға була, урамдарҙа иркенләп йөрөүселәр бар. Улар, күрәһең, сирҙең йәшен тиҙлегендә таралыу мөмкинлеген баштан сығара.
Ә әле бит коронавирусҡа бәйле мәғлүмәттәр көн түгел, сәғәт һайын үҙгәреп торған ваҡыт. Кисә Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусылар 22 ине, тәүлек эсендә улар ҡырҡҡа еткән – ике тапҡырға тиерлек артҡан. Был турала бөгөн коронавирус буйынса уҙған брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте. Ауырыуҙар араһында Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай, Октябрьский, Әлшәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура кешеләре, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының туғыҙ медицина хеҙмәткәре бар.
Министр әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың күбеһе йоғошло сирҙәр стационарында һәм госпиталь итеп үҙгәртелгән Дим дауаханаһында ята. “Ҡалғандары үҙ ҡала һәм ауылдарындағы – Күмертау, Сибай, Иҫәнғол, Бәләбәй, Октябрьский, Бөрөләге инфекция бүлексәләренә һалынған. Сир билдәләре күренмәгән, әммә коронавирус диагнозы раҫланған биш кеше, ҡәтғи карантин ҡағиҙәләрен күҙәтеп, амбулатор шарттарҙа дауалана. Ете кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан”, – тине Максим Забелин.
Бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүселәр – 11 917, 94-е донъя ҡуйған. Донъяла был аяуһыҙ сирҙе 1 611 981 кеше йоҡторған, унан вафат булыусылар - 96 783. Был һандарға ҡарайыҡ та уяулыҡты бер тамсыға ла кәметмәйек!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: