+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 12:28

Штрафтар көсәйәсәк

#домаяҡшыраҡ Республикала үҙ ҡурсаланыу көндәренең өсөнсө аҙнаһында өйҙә ултырып арыған кешеләр яйлап урамға сыға башланы.

#домаяҡшыраҡ
Республикала үҙ ҡурсаланыу көндәренең өсөнсө аҙнаһында өйҙә ултырып арыған кешеләр яйлап урамға сыға башланы.
Ләкин был, йоғошло сир артҡа сигенде, тигән һүҙ түгел. Киреһенсә,үҙизоляция режимын күҙәтеүҙе контролдә тотоу көсәйтеләсәк. Ошо турала коронавирусты профилактикалауға арналған кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.Тәү сиратта ул штрафтар менән көсәйтеләсәк:
–Элек беҙ режимды боҙған кешеләргә һәүетемсә генә ҡараһаҡ, хәҙер бер кемде лә йәлләмәйәсәкбеҙ. Контролде көсәйтәбәеҙ, һеҙгә тағы ике аҙна өйҙә түҙергә тура киләсәк, - тине республика етәксеһе
Әле 65 йәштән өлкән йәштәгеләргә һәм балаларға коммендант сәғәте индерелгән. Ололар 18 сәғәттән -10 сәғәткә тиклем, ә балалар 18 сәғәттән - 13 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында йөрөргә тейеш түгел.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: