Мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы яҡынлаша. Уның башланған мәле апрель аҙағынараҡ тура килә.
Үҙҡурсаланыу көндәренә ҡарамай, барлыҡ мосолмандар ҙа Ураҙа ҡанундарын теүәл үтәргә йыйына.
Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәрәүих намаҙы һәм ифтар мәжлестәренә сикләүҙәр индереләсәк. Бының өсөн мәсет-мәхәлләләргә килеп йөрөү кәрәкмәй, ә бөтә ғәмәлдәрҙе өйҙә башҡарыу фарыз.
Дин әһелдәре, бер ай дауамында Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап, был афәттең тиҙерәк тамамланыуын теләйәсәк. Рамаҙан айы ыңғай үҙгәрештәр өсөн сәбәпсе буласаҡ, тигән изге уйҙа диндарҙар.
Әлеге мәлдә, коронавирусҡа бәйле, барлыҡ мәсеттәр ҙә ябыҡ, йома намаҙҙары ла үткәрелмәй.
Фото Башинформ мәғлүмәт агентлығынан