+12 °С
Облачно
Новости
10 Апреля 2020, 04:50

Генералды вазифаһынан бушатты

Президент Владимир Путин Эске эштәр министрлығының тәфтиш департаменты начальнигы – эске эштәр министры урынбаҫары генерал-полковник Александр Романовты вазифаһынан бушатты. Был турала Указ хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталына ҡуйылған.

Документта генералды эштән ебәреү сәбәптәре бирелмәгән.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 3 апрелдә Романовтың ике урынбаҫары – генералдар Краковский һәм Бирюков ҡулға алынғайны. Улар, вазифаларын файҙаланып, енәйәт ҡылыуҙа - ҙур күләмдә (10 млн. һум) ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас