+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 09:53

Доллар 73 һум тора

“Кисә ҡара” алтын сығарған дәүләттәрҙең (ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәр) энергетика министрҙары нефть табыуҙы кәметеү мәсьәләһе буйынса видеоконференция үткәрҙе, тип яҙғайныҡ. Бының донъя иҡдисады өсөн ни тиклем мөһим булыуын шул уҡ көндә Рәсәй һәм АҠШ президенттары, Сауд Ғәрәпстаны короленың ошо мәсьәләгә ҡағылышлы телефондан фекер алышыуы ла күрһәтә.

Нефть баҙарында хаҡтарҙы көйләү, юғалтыуҙарҙы кәметеү Рәсәй өсөн ни тиклем мөһим булыуын бөгөн бер кемгә лә аңлатырға кәрәкмәй. Сөнки ил ҡаҙнаһының күпселек өлөшө нәҡ энергия сығанаҡтары һатыуҙан тулылана. 6 мартта ОПЕК менән “ҡара алтын” табыу күләмен бер кимәлдә тотоу тураһында килешеүҙең өҙөлөүе һөҙөмтәһендә Рәсәй һумының долларға ҡарата хаҡы ҡырҡа күтәрелеп китте. Коронавирус арҡаһында зыян күргән ил иҡтисады өсөн был һиҙелерлек юғалтыу булды.
Кисә, ниһайәт, Мексиканан башҡа барлыҡ нефть тапҡан илдәр ҙә уның күләмен кәметеү буйынса бер фекергә килде.
Яңы килешеү шарттарына ярашлы, дөйөм алғанда, “ҡара алтын” сығарыу тәүлегенә 10 млн. баррелгә (158,988 литрлы мискә үлсәме) кәметелергә тейеш. Рәсәй менән Сауд Ғәрәпстаны – 2,5 млн., Ирак – 1,06 млн., Ғәрәп Эмираттары – 0,72 млн., Кувейт – 0,64 млн., Ҡаҙағстан менән Нигерия – 0,4 млн. баррелгә нефть сығарыуҙы кәметеү бурысы алды.
Ошо хәбәр килеү менән доллар 73 һумға тиклем кәмене. Ул 79 һумдан ашып киткәне.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: