+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 09:40

Ауыл хужалығы үҫешһен

Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала һуңғы һигеҙ йылда “Яңы башлаусы фермер”, “Ғаилә мал аҫрау фермалары” һәм “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын үҫтереү” грант программаларында 856 фермер хужалығы һәм 19 ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашҡан. Ике миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.

Был программалар республикала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Хәйбулла районы Подольск ауылында йәшәгән Виктор Власенко мал үрсетеү өсөн ферма төҙөргә, эре мөгөҙлө мал һатып алырға йыйына. Проектты тормошҡа ашырыр өсөн 10 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Ул үткән йылда конкурста ҡатнашып, ит бирә торған эре мөғөҙлө мал үрсетер өсөн ферма төҙөү буйынса проектын яҡлаған. Һөҙөмтәлә Власенколар “Ғаилә мал аҫрау фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса алты миллион һум грант алған. Уға үҙ аҡсаларын ҡушып, эшкә һалған. Баҡалы районынан 64 баш башмаҡ алғандар. Был мал өсөн быйыл улар тағы ла өс ферма төҙөргә йыйына.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: