+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 09:45

“Ҡара алтын”ға хаҡтар ни хаҡ?

Рәсәй Президенты Владимир Путин, АҠШ етәксеһе Дональд Трамп һәм Сауд Ғәрәпстаны короле Сальман бен Абдель Азиз Аль Сауд донъяның нефть базарындағы хәлдәр тураһында телефондан фекер алышты, тип хәбәр итә ил етәксеһенең матбуған хеҙмәте.

Билдәле булыуынса, кисә “ҡара алтын” сығарған дәүләттәрҙең (ОПЕК һәм башҡа нефть сығарған илдәр) энергетика министрҙары нефть табыуҙы кәметеү мәсьәләһе буйынса видеоконференция үткәрҙе. Атап үтелгән өс ил башлығы энергия сығанағы баҙарында хаҡтарҙы көйләү, юғалтыуҙарҙы кәметеү йүнәлешендә бергәләп эшләргә әҙер булыуҙарын белдерҙе, тиелә Кремлдең рәсми мәғлүмәтендә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: