+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 12:41

Сибайҙа тәүге осраҡ

#домаяҡшыраҡСибайҙа коронавирус йоҡтороуҙоң тәүге осрағы теркәлгән. Быны ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте һәм, уның баҙарҙағы инцидентҡа бер ҡыҫылышы ла юҡ, тип билдәләне.

#домаяҡшыраҡ
Сибайҙа коронавирус йоҡтороуҙоң тәүге осрағы теркәлгән. Быны ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте һәм уның баҙарҙағы инцидентҡа бер ҡыҫылышы ла юҡ тип билдәләне.
– Ауырыу - Сибай ҡалаһында йәшәүсе, шунда уҡ айырым изоляцияға ябылған, хәле тотороҡло, – тип хәбәр итә ул урындағы муниципаль телевидение эфирында. – Сирленең ғаилә ағзалары ла иғтибар үҙәгендә. Сибай ҡалаһының медицина хеҙмәткәрҙәре был хәлде етди күҙәтеү аҫтына алды. Бөгөн әҙерлек юғары кимәлдә. Дауахананың соматик бүлегендә госпиталь ойошторолдо.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районынан килеп ит һатыуға бәйле хәүефле билдәләр барлыҡҡа килгәс тә, ҡалала әҙерлек башланған. Ул осорҙа уҡ Сибай кешеләренән анализға 756 биоматериал алынған. Уларҙан 76 кеше карантинда. Исемлектә, башлыса, баҙар, һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре һәм сит илдән ҡайтыусылар.
Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов урындағы халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, һаҡланыу сараларын теүәл күҙәтергә саҡырҙы. Ул, был һуңғы осраҡ булмауы ихтимал, шуға вирустан һаҡланыу элеккесә актуаль, тип билдәләне.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: