+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 08:50

Рәсәй граждандарын сит илдәрҙән ҡайтарыу тураһында

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин губернаторҙар менән ситтән тороп онлайн кәңәшмә үткәрҙе, тип хәбәр иткәйнек. Уның барышында коронавирус һалыуы көсәйеп китеү сәбәпле күрелгән саралар арҡаһында сит илдәрҙә тороп ҡалған Рәсәй граждандарын ҡайтарыу мәсьәләһе лә ҡаралды.

“Власть даирәләрендә илгә ҡайтырға теләүсе граждандарҙың һаны тураһында белергә тейештәр. Хөүмәт был йәһәттән көйләнгән механизм булдырҙы, хәҙер Сит ил эштәре министрлығы, төбәктәр менән берлектә тулы мәғлүмәт туплау мөһим”, - тине дәүләт башлығы.
Төрлө сығанаҡтар билдәләүенсә, ситтә 30 меңгә яҡын Рәсәй гражданы ҡалған. Премьер-министр Михаил Мишустин индергән аныҡлауға ҡарағанда 27 һәм 30 мартҡа ҡарата төҙөлгән исемлектә 15 мең кеше тураһында мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан етәкселеге ярҙамында Таиландтан 4 һәм 10 йәшлек балалары булған ғаилә ҡайтарылды. Улар “Пушкино” шифаханаһына карантинға урынлаштырылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: