+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 19:50

Инорста юл һалыу дауам итә

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә ике урам төҙөлөшө дауам итә. Баландин бульварының һәм уның менән киҫешкән Лесунов урамының дауамын һалыуҙың икенсе этабы тормошҡа ашырыла.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә ике урам төҙөлөшө дауам итә. Баландин бульварының һәм уның менән киҫешкән Лесунов урамының дауамын һалыуҙың икенсе этабы тормошҡа ашырыла.
Эштәр алып барылған участок 1,4 километрҙы тәшкил итә. 2019 йылдың авгусында башланған төҙөлөш эштәре 2020 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Әле юл һалыусылар газ үткәргесен һәм электр селтәрен күсереү менән мәшғүл. Яғыу мәле үтеү менән йылылыҡ трассаларын реконструкцияларға йыйыналар.
Баландин урамы буйынса ямғыр һыуы өсөн канализация үткәрелгән, 12 метр тәрәнлектә монолит диуарлы насос станцияһы төҙөлгән. Лесунов урамы буйынса ла ямғыр һыуы өсөн канализация үткәреү эше башланған. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр юлдың ер полотноһын әҙерләй.
Проект буйынса машина йөрөү өсөн дүрт һыҙат, техник полоса, газондар, тротуар, велосипедсылар өсөн юл төҙөү ҡаралған. Был эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: